Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 5:13 - Изге Яҙма

13 Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы күрҙем һәм унда булған бөтә нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы күрҙем һәм унда булған бөтә нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 5:13
29 Iomraidhean Croise  

Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!


Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.


Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ!


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.


Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин.


Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


имандаштар берҙәмлегендә лә, Ғайса Мәсихтә лә Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.


Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтәһе лә теҙләнһен,


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Уның хакимлығы мәңге-мәңгегә булһын. Амин!


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эсе лә, тышы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк китап күрҙем.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡ.


Әммә күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла был төргәк китапты бер кем дә аса һәм эсен ҡарай алманы.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan