Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 4:5 - Изге Яҙма

5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 4:5
24 Iomraidhean Croise  

Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.


ҡағиҙәгә ярашлы, ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһында тоҡандырыла торған майшәмдәр менән уларҙың шәмдәлдәре лә саф алтындан;


Уға дан йырлағыҙ, ер менән күк, Диңгеҙҙәр һәм ундағы бөтә йән эйәләре!


Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.


Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.


Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй.


Ул ете майшәм эшләне. Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан ине.


Был йән эйәләренең ҡиәфәте утлы ҡуҙға оҡшаған. Ялпылдап янған ялҡын кеүек нәмә улар араһында тегеләй-былай йөрөп тора. Был ялҡындан туҡтауһыҙ йәшен ялтлай һәм балҡыш тарала.


Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.


– Нимә күрәһең? – тип һораны. – Саф алтындан бер шәмдәл күрәм, – тип яуапланым. – Уның башында зәйтүн майы өсөн бер һауыт, һауыт өҫтөндә ете шәм, шәмдәрҙә етешәр көпшә.


Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар.


Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә Алланың ете рухы һәм ете йондоҙо булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы.


Фәрештә төтәҫләгесте алды ла, уға ҡорбан усағынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan