Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 21:1 - Изге Яҙма

1 Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, дингеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 21:1
13 Iomraidhean Croise  

Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр.


«Мин бар ҡыласаҡ яңы күк менән яңы ер һәр ваҡыт хозурымда нисек торған булһа, – тип белдерә Раббы, – тоҡомоғоҙ менән исемегеҙ ҙә күҙ алдымда шулай торасаҡ.


Бына диңгеҙҙән бер-береһенә оҡшамаған дүрт дәү януар килеп сыҡты.


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығыр; күк есемдәре утта иреп тарҡалыр; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителер.


Әммә беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ.


Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килгән януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарына Алланы хурлаған исемдәр яҙылғайны.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.


Күк йөҙө төргәк китап кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan