Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 20:8 - Изге Яҙма

8 һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән урын менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 20:8
17 Iomraidhean Croise  

Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.


«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».


Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.


Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».


Миңә Раббы һүҙе булды:


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Магог илендәге булған Мәшәхтең һәм Тувалдың баш хакимы Гогҡа табан бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын!


Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.


– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.


Шуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш.


Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan