Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 2:24 - Изге Яҙма

24 Түәтейрала йәшәгән башҡаларға шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

24 Фиатирала йәшәгән башҡаларға иһә шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

24 Түәтейрала йәшәгән башҡаларға шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 2:24
15 Iomraidhean Croise  

Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек:


Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты.


Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтә нәмәгә, хатта Алла аҡылының бөтә тәрәнлектәренә лә үтеп инә.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Беҙ уның ниәттәрен беләбеҙ бит.


Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә,


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти:


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan