Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 2:18 - Изге Яҙма

18 Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

18 Фиатиралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған бронза һымаҡ булған Алла Улы былай ти:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 2:18
22 Iomraidhean Croise  

Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.


Уның тәне – һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы – күмәк кеше шаулағандай.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


«Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!


Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты.


Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул.


Эфестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:


Түәтейрала йәшәгән башҡаларға шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan