Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 2:17 - Изге Яҙма

17 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

17 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 2:17
24 Iomraidhean Croise  

Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.


– Бер һауыт алып, уға бер ғомер майҙә тултыр ҙа, быуындан-быуынға һаҡлар өсөн, Раббы хозурына ултыртып ҡуй, – тине Муса Һарунға.


Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.


Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.


Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға


Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.


Ҡәүемдәр һинең еңеүеңде, Бөтә батшалар даныңды күрер. Раббы Үҙе ҡушҡан яңы исем менән аталырһың.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ. Ҡолдарым эсер, һеҙ сарсауҙан ғазап сигерһегеҙ. Улар шатланыр, һеҙ иһә хурлыҡҡа төшөрһөгөҙ.


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –


– Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.


Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы.


Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кеше икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan