Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 2:10 - Изге Яҙма

10 Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 2:10
36 Iomraidhean Croise  

Саҡырған сағымда яҡын килеп, «Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың.


– Үтенеп һорайым, беҙҙе, ҡолдарыңды, һынап ҡара: әйҙә, беҙгә ун көн буйы йәшелсә менән һыу ғына бирһендәр.


Тегеһе ризалашты ла уларға һынау өсөн ун көн бирҙе.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.


Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.


Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.


Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында


Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла ныҡлап әҙерләнә. Улар быны һулып ҡала торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж бер ҡасан да һулымай.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге яуыз рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, ә аяҡтары – айыуҙыҡы, ауыҙы арыҫландыҡы һымаҡ ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.


Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр ҡәбилә һәм халыҡ, һәр телдә һөйләшеүселәр һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan