Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 19:8 - Изге Яҙма

8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 19:8
21 Iomraidhean Croise  

Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән.


Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.


Эске ихатаның ҡапҡаһынан ингән ваҡытта ҡаһиндар етен кейем кейгән булыр. Эске ихатаның ҡапҡаһынан эстә һәм ҡорам эсендә хеҙмәт иткәндә уларҙың өҫтөндә бер ниндәй ҙә йөн кейем булмаҫҡа тейеш.


Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәй килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.


кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


Был хәлгә аптырашып торғанда, ҡапыл улар алдында йылтыр кейем кейгән ике ир пәйҙә булды.


Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды.


Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Алла йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар ялтырап торған тап-таҙа етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған.


Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan