Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 19:4 - Изге Яҙма

4 Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 19:4
20 Iomraidhean Croise  

Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай.


Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне.


Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.


Улар бар үләнде ашап бөттө, Ҡалдырманы баҫыуҙағы уңышты.


Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер.


былай тине: – Амин! Раббы шулай эшләй күрһен! Һин пәйғәмбәрлек иткәндәрҙе бойомға ашырһын – Раббы йортоноң барлыҡ әйберҙәрен һәм һөргөндәгеләрҙең барыһын да Бабилдан бында кире ҡайтарһын!


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе.


Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә – Аллабыҙҙыҡы!


Бынан һуң күктән йәнә: – Раббыны маҡтағыҙ! – тип әйтелде. – Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн мәңгенән-мәңгегә күтәрелә.


Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan