Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 18:6 - Изге Яҙма

6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән кәсәһендә үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 18:6
21 Iomraidhean Croise  

Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!


Раббы ауазы ҡеүәтле, Мәғрур Раббының ауазы.


Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».


Кисергән мәсхәрә урынына – ике тапҡырға күберәк фатиха, Хурлығығыҙ урынына өлөшөгөҙҙө алып ҡыуанырһығыҙ, Шуға үҙ ерегеҙҙә ике тапҡырға мулыраҡ алырһығыҙ; Мәңгелек шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ.


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!


Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.


«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.


Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –


Эй Исраилдың үлтерелгәндәре! Бөтөн ерҙә Бабил үлтергәндәр нисек ҡолаһа, Бабил үҙе лә шулай уҡ ҡолар.


Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым.


Ҡәлғәләрегеҙгә ҡайтығыҙ, Эй һеҙ, өмөтө тере әсирҙәр! Күргән ғазаптарың өсөн бөгөн, Сион, һиңә икеләтә фатиха иғлан итәм.


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхешлегенең ерәнгеслеге һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan