Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 18:3 - Изге Яҙма

3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр уның самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 18:3
17 Iomraidhean Croise  

Кемдәр менән йәштән бергә эшләнең, сауҙа ҡорҙоң, Һәммәһе лә үҙ юлына китер, һине ҡотҡарыусы булмаҫ».


«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.


Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.


Элек бал да май ейгәндәр Инде урамдарҙа ятып үлә; Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр Хәҙер сүплектә ҡаҙына.


Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.


Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит затлы кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була.


Ә йәш тол ҡатындарҙы исемлеккә индермә, сөнки улар, хисле теләккә бирелһә, үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡтап, кейәүгә сығырға теләй.


Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде, сөнки ул бөтә халыҡтарҙы ла үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын эсергә мәжбүр иткән.


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –


Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan