Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 17:5 - Изге Яҙма

5 Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 17:5
18 Iomraidhean Croise  

Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә!


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ.


Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде, сөнки ул бөтә халыҡтарҙы ла үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын эсергә мәжбүр иткән.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


Фәрештә миңә былай тине: – Нимәгә шулай ғәжәпләнәһең? Мин һиңә ҡатындың һәм уны йөрөтөүсе ете башлы һәм ун мөгөҙлө януарҙың серен аңлатып бирәм.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan