Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 17:1 - Изге Яҙма

1 Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 17:1
20 Iomraidhean Croise  

Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!


«Һеҙ иһә, эй күрәҙәсе ҡатындың балалары, Фәхеш һәм зинасылар тоҡомо, яҡын килегеҙ!


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр, Бик мул хазиналары булғандар, Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө.


Һыу үҫтерҙе уны, Тәрән һыуҙар уны бейегәйтте. Йылғалар уратҡайны үҫкән урынын, Арыҡтары һуғарҙы ҡырҙағы бар ағастарҙы.


Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр.


Ҡапыл шөһрәт балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башланы. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр ине. Улар Ғайсаның донъянан китәсәге һәм был эштең Йәрүсәлимдә ғәмәлгә ашырылырға тейешлеге хаҡында һөйләште.


Был – Ғайса Мәсихкә бирелгән асылыш һүҙе. Тиҙҙән ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алла уны фәрештәһе аша Үҙенең ҡоло Яхъяға тапшырҙы.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: шөһрәтенән ер яҡтырҙы.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Миңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете туҫтаҡ тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: – Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм, – тине.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan