Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 16:9 - Изге Яҙма

9 Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 16:9
20 Iomraidhean Croise  

Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.


Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.


Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,


Байтаҡ көндәр үткәндән һуң, Раббы миңә: – Тор, Евфратҡа бар ҙа Мин һиңә йәшереп ҡуйырға ҡушҡан билбауҙы ал, – тине.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.


Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын Яратыусыға табынығыҙ! – тине.


күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.


Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan