Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 16:8 - Изге Яҙма

8 Дүртенсе фәрештә туҫтағын ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Дүртенсе фәрештә кәсәһен ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Дүртенсе фәрештә туҫтағын ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 16:8
11 Iomraidhean Croise  

Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.


Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.


Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған.


Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер.


Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер.


Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан усағынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.


Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.


Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.


Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan