Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 16:15 - Изге Яҙма

15 «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

15 «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 16:15
23 Iomraidhean Croise  

Муса халыҡтың бәйҙән ысҡынғанын, Һарундың дошмандар алдында көлкөгә ҡалыуға юл ҡуйғанын күрҙе.


Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын».


шуларҙың барыһы өсөн, ләззәтләнгән бөтә уйнаштарыңды – һөйгәндәреңде лә, күрә алмағандарыңды ла – бергә йыям. Һәр тарафтан уларҙы туплап, алдарында шәрәлегеңде асам; улар һинең хурлыҡҡа ҡалыуыңды күрер.


Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.


Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн, Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп, Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы!


Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.


– Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!


Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


кейемде кейгәс, беҙ яланғас булмаҫбыҙ.


Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк.


Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.


Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығыр; күк есемдәре утта иреп тарҡалыр; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителер.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен үтәгәндәр бәхетле».


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan