Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 16:11 - Изге Яҙма

11 ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән Күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән Күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 16:11
20 Iomraidhean Croise  

Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар.


Батшаларҙың батшаһы Артахшастанан Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһинға сәләм!


Мин, Артахшаста батша, Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнең бөтә ҡаҙнасыларына шундай фарман бирәм: Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһин һеҙҙән нимә һораһа, шуны һис кисекмәҫтән бирегеҙ.


Күк Аллаһы йорто өсөн был Алла тарафынан бойоролған һәр нәмә теүәл үтәлергә тейеш – батшалыҡҡа, батшаға һәм уның улдарына Уның асыуы төшмәһен!


Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.


Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


Беренсе фәрештә барҙы ла туҫтағын ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.


күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.


Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.


Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan