Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 15:7 - Изге Яҙма

7 Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 15:7
13 Iomraidhean Croise  

Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын?


Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы туҫтаҡты ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрһәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.


Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Беренсе фәрештә барҙы ла туҫтағын ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.


Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете туҫтаҡ тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: – Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм, – тине.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan