Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 13:11 - Изге Яҙма

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығып килгән икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығып килгән икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 13:11
17 Iomraidhean Croise  

Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Ҡараһам, яр башында бер һарыҡ тәкәһе тора, уның ике ҙур мөгөҙө бар. Һуңыраҡ үҫеп сыҡҡан мөгөҙө беренсеһенән ҡалҡыуыраҡ.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм ул уның Алла бойороҡтарын үтәгән, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биргән ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.


Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килгән януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарына Алланы хурлаған исемдәр яҙылғайны.


Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы.


һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.


Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс яуыз рух сыҡҡанын күрҙем.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр януарҙы күреп ғәжәпләнәсәк, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan