Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 11:5 - Изге Яҙма

5 Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Кем булһа ла уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 11:5
13 Iomraidhean Croise  

Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;


Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.


Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу, Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям!


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы былай ти: «Шулай тип һөйләгәндәре өсөн, Эй Йермеяһ, һүҙҙәремде һинең ауыҙыңда ялҡынға әйләндерәм, Был халыҡ иһә утын булыр, Ут уларҙы яндырып бөтөр.


Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan