Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 11:18 - Изге Яҙма

18 Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде, үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

18 Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде, үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 11:18
48 Iomraidhean Croise  

Бөтөн кейек-януарҙарҙы һуғаралар; Ҡырағай ишәктәр һыуһын ҡандыралар.


Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә, Килешеүен мәңге иҫтә тота.


Унан асыуланып әйтер, Ярһыуы менән ҡурҡыуға һалыр.


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм.


Уны көнсығыштан һәм төньяҡтан килгән хәбәрҙәр ҡурҡытыр, һәм ул асыу-ярһыу менән, күптәргә емереклектәр һәм һәләкәттәр килтереп, шул яҡҡа йүнәлер.


Һуңынан иһә хөкөм ултырышы башланыр, һәм был батшанан хакимлыҡ тартып алыныр, ул бөтөнләй юҡ ителер.


Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә.


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.


Әммә Алла йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ.


Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтә иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ.


Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде: – Алланың бөтә ҡолдары, Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр, Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!


Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan