Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 10:4 - Изге Яҙма

4 Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләүен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләүен сер итеп һаҡла һәм яҙма.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 10:4
13 Iomraidhean Croise  

Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды. Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар.


Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.


Ошо һүҙҙәр яҙылған шаһитнамәне бәйләп ҡуй, өйрәткәндәремә шәкерттәрем алдында мөһөр баҫ.


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


Ул былай тип яуап бирҙе: – Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән.


Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул.


Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ.


Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш тағы былай тип өндәште: – Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған төргәк китапты ал.


Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan