Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 10:3 - Изге Яҙма

3 арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 10:3
16 Iomraidhean Croise  

Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең.


Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.


Раббы миңә былай тине: «Табышы өҫтөндә ырылдаған арыҫлан, йәш арыҫлан, Күпме генә көтөүсе йыйылһа ла, Уларҙың тауышынан ҡурҡырмы? Аҡырыуға иғтибар итерме? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ла шулай булыр, Сион тауына, ошо ҡалҡыулыҡҡа Ҡотҡарыр өсөн һуғышырға төшөр.


Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.


Уларҙың арыҫландай ырылдағаны ишетелә; Йәш арыҫландай үкерә улар, Табыштарын эләктереп, Һөйрәкләп алып китәләр – Бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ.


Уларға ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен еткер, әйт: «Юғарынан күкрәр Раббы, Мөҡәддәс торлағынан тауышын күтәрер; Үҙенең төйәгенә дәһшәтле дөһөрләр, Йөҙөм иҙеүсе кеүек ҡысҡырыр, Донъяла йәшәүселәрҙең барыһына һөрәнләр.


Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны.


Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.


Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.


Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой».


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе.


Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.


Фәрештә төтәҫләгесте алды ла, уға ҡорбан усағынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan