Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




1 Петр 5:14 - Изге Яҙма

14 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

14 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




1 Петр 5:14
16 Iomraidhean Croise  

Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.


Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылды. Был юлы Томас та улар менән бергә ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.


Рим ҡалаһында йәшәгән һәм Алланың изге халҡы булырға саҡырылған бөтә һөйөклөләренә Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтә берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ.


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтә изгеләр сәләмләй.


Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын.


Бар имандаштарығыҙҙы туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ.


Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуығыҙ һәм өҫтөгөҙгә Уның ҡаны һирпелеү аша таҙарыныуығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!


Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan