11 Уның хакимлығы мәңге-мәңгегә булһын. Амин!
11 Уға мәңге-мәңгегә ҡөҙрәт булһын, Амин!
Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.
Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!
һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.
Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы күрҙем һәм унда булған бөтә нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.