Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




1 Петр 3:7 - Изге Яҙма

7 Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙөрәк зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шунда доғаларығыҙға бер нимә лә тотҡарлыҡ итмәҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙөрәк зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шунда доғаларығыҙға бер нимә лә тотҡарлыҡ итмәҫ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




1 Петр 3:7
20 Iomraidhean Croise  

Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Һеҙгә тағы әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, нимә генә һораһағыҙ ҙа, күктәге Атам уны үтәйәсәк.


Ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


Һеҙгә килгәндә иһә, һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын ирен хөрмәт итһен.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ.


һәр береһе үҙ тәнен изге һәм саф итеп һаҡлай белһен өсөн,


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр улар араһында Алла һүҙен ҡабул итергә теләмәүселәр булһа, һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күрһәләр, уларҙы иманға килергә һүҙһеҙ ҙә инандырып булыр ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan