Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




1 Петр 3:3 - Изге Яҙма

3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




1 Петр 3:3
22 Iomraidhean Croise  

Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.


Мин: «Кем ҡыҙы һин?» – тип һораным. Ул: «Нахор менән Милканың улы Беҫуилдың ҡыҙымын», – тине. Шунан мин уға танау алҡаһы, ҡулына беләҙектәр бирҙем.


Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште.


Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы.


Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.


Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.


Һәр ҡатын күршеһенән йәки яҡын-тирәлә йәшәгән башҡа ҡатындарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем һорап алыр. Һеҙ улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы шулар менән биҙәрһегеҙ. Мысырҙан бай табыш менән китерһегеҙ.


Һарун уларға: – Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо.


Кешеләр, был янау һүҙҙәрен ишеткәс, ҡайғыға батты. Бер кем дә биҙәнеү әйберҙәре таҡманы.


Теләгәндәрҙең һәммәһе лә – ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – алтын әйберҙәрен: ҡаптырма, алҡа, йөҙөк, мунсаҡтарын килтерҙе. Улар был алтынды Раббыға һелкетмә ҡорбан булараҡ алып килде.


Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.


Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй.


Өҫтәүенә, алыҫта йәшәгән ирҙәрҙе саҡырып, илселәр ебәрҙеләр. Һин, Оһолива, уларҙың килеүенә йыуынып, күҙҙәреңә һөрмә тартып, биҙәүестәреңде тағып ҡаршы алдың.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan