Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




1 Петр 3:10 - Изге Яҙма

10 «Кем тормошҡа һөйөнөп йәшәргә, яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан тыйһын, ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 «Кем тормошто яратырға һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан, ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 «Кем тормошҡа һөйөнөп йәшәргә, яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан тыйһын, ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




1 Петр 3:10
24 Iomraidhean Croise  

– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.


Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.


Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны, Үлем сигенә еткәйне.


Ауыҙың тулы яманлыҡ, Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ.


Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.


сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр, имен йәшәр йылдарыңды арттырыр.


сөнки уларҙы тапҡан кешегә – йәшәү, бөтә тәнгә сәләмәтлек бирә.


Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана.


Мин, аҡылымды юймайынса һәм шул уҡ ваҡытта күңелемә ахмаҡлыҡ ҡылырға ла юл ҡуйҙым – әҙәм балаларына ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә күк аҫтында нимә кинәнес килтереүен аңлар өсөн тәнемде шарап менән һынарға булдым.


– Ниңә һин Минән игелек тураһында һорайһың? Бары Берәү генә игелекле. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның бойороҡтарын үтә, – тине Ғайса.


Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.


Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ.


Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ҡуйығыҙ!


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, ауыҙынан ялған сыҡҡаны булманы».


Уларҙың ауыҙынан ялған сыҡманы, улар кәмселекһеҙ ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan