Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




1 Коринфтарға 4:2 - Изге Яҙма

2 Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Ә бына Алла серҙәре ышанып тапшырылғандарҙың тоғро булыуы талап ителә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




1 Коринфтарға 4:2
17 Iomraidhean Croise  

Эшселәргә түләгән кешеләрҙән иҫәп-хисап талап ителмәне, сөнки улар ғәҙел эшләне.


Хәйер, был кешеләрҙең ҡулдарына бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуҙарына яуап һоралмаһын, сөнки уларға ышанырға була.


Яман илсе бәләгә тарыр, тоғро илсе күңелгә шифа килтерер.


Ҡолом Муса менән улай түгел. Минең йортомда ул иң тоғроһо.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Шулай итеп, һәр кем беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Мине һеҙҙең йәки башҡаларҙың хөкөм итеүе бик аҙ ҡыҙыҡһындыра, мин үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем.


Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Архиппусҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.


Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тухикус барыһын да һөйләп бирер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan