3 һәммәһе лә бер үк рухи ризыҡ менән туҡланған
Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.
Уларға өгөт-нәсихәт өсөн Һин игелекле рухыңды бирҙең, Үҙең биргән майҙәне ауыҙҙарынан тартып алманың, һыуһындарын ҡандырырға һыу бирҙең.
Шунда Раббы Үҙ халҡына асыуланды, Үҙенең биләмәһенән ерәнә башланы.
Быны күреп, исраилдар бер-береһенән: «Нимә был?» – тип һораша башланылар. – Раббы һеҙгә ризыҡ итеп биргән икмәк был, – тине Муса уларға. –
Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.
Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы?
Ул һине аслыҡ менән интектереп баҫалҡыландырҙы. Һуңынан һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән майҙә менән туйындырҙы. Кешенең икмәк менән генә түгел, ә Раббы әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәгәнен белдерер өсөн эшләне быны.