Зәбүр 3 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән. 2 Йә Раббы! Дошмандарым ни тиклем күбәйҙе! Күптәр миңә ҡаршы баш күтәрҙе. 3 «Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села 4 Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе. 5 Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села 6 Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам – Раббы мине һаҡлай. 7 Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан. 8 Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың. 9 Ҡотолоу бары Раббынан! Халҡың өҫтөндә булһын фатихаң! Села |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia