Зәбүр 2 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Ниңә боларышалар халыҡтар, Бумаҫтайҙы ниәт итә өммәттәр? 2 Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы. 3 Әйтәләр: «Тышауҙарын өҙәйек, Бығауҙарын алып ырғытайыҡ!» 4 Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә! 5 Унан асыуланып әйтер, Ярһыуы менән ҡурҡыуға һалыр. 6 Әйтер: «Мин Сионға, Үҙемдең изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым». 7 Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым. 8 Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм. 9 Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың». 10 Эй батшалар, аҡылға килегеҙ! Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ! 11 Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт, Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ. 12 Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле! |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia