Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 10 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Мин Раббыла таптым һыйыныс. Нисек инде һеҙ миңә: «Ҡош һымаҡ тауҙарға ос, ҡасып кит!

2 Ана күр, яуыздар йәйә киргән, Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған.

3 Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.

4 Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.

5 Раббы иманлы кешене һынай, Яуызды, золом яратыусыны йәне һөймәй.

6 Ул залимдар өҫтөнә утлы ҡуҙ, көкөрт яуҙырыр; Көйҙөргөс ялҡынлы ел – Уларҙың яҙмыш туҫтағына өлөш шул булыр.

7 Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр. Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan