Юныс 3 - Башкирский ВЗ (неполный)Юныстың Раббыға буйһоноуы 1 Юнысҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды: 2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит. 3 Юныс юлға сыҡты, Раббы ҡушҡанса, Ниневеға юлланды. Ниневе Алланың шундай ҙур ҡалаһы ине: уны урап сығыр өсөн өс көн кәрәк булыр ине. 4 Көнө буйы: «Тағы ҡырҡ көндән Ниневеның аҫты-өҫкә әйләнәсәк!» – тип ҡысҡырып, Юныс ҡала буйлап йөрөй башланы. 5 Ниневеның бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡыма уранды. 6 Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә ҡыл туҡыма уранып көлгә ултырҙы. 7 Батша үҙенең һәм вәзир-бәктәренең исеменән Ниневела ошо фарманды халыҡҡа еткерергә ҡушты: «Кешеләр ҙә, хайуандар: эреле-ваҡлы мал-тыуар ҙа бер нәмә лә ашамаһын, утлауҙа йөрөмәһен, һыу эсмәһен. 8 Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын. 9 Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ». 10 Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia