Юныс 2 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Раббы Юнысты йотор өсөн ҙур балыҡ ебәрҙе. Юныс өс көн һәм өс төн буйы ошо балыҡтың ҡарынында булды. Юныстың доғаһы 2 Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы: 3 – Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым – Ул миңә яуап ҡайтарҙы, Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым – Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы! 4 Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Шашҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты. 5 Әйттем: «Күҙ алдыңдан ҡыуылдым»; Ләкин Һинең изге ҡорамыңды Күрәһеләрем әле бар икән! 6 Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны. 7 Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың! 8 Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты. 9 Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә. 10 Ә мин, Һиңә шөкөр әйтеп, Ҡорбан килтерермен, Нәҙеремде мотлаҡ үтәрмен. Ҡотолоу Һинән килер, йә Раббы! 11 Раббының бойороуы булды, балыҡ Юнысты ҡоро ергә ҡоҫто. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia