Юныс 1 - Башкирский ВЗ (неполный)Юныстың Раббынан ҡасыуы 1 Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды: 2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте. 3 Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы. 4 Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте. 5 Диңгеҙселәр ҡурҡыуға төштө. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллаһына ялбарҙы. Карапты еңеләйтер өсөн, йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. Юныс иһә, карап төбөнә төшөп ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. 6 Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине. 7 Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө. 8 Диңгеҙселәр: – Һөйләп бир әле беҙгә, башыбыҙға килгән был бәлә кем арҡаһында? Һин нимә менән шөғөлләнәһең? Ҡайҙан киләһең? Илең ҡайҙа? Ниндәй халыҡтан булаһың? – тип һораны. 9 – Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам. 10 Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр. 11 Дауыл көсәйгәндән-көсәйә барғанға күрә, улар Юныстан: – Диңгеҙ тынһын өсөн, һине нимә эшләтергә? – тип һоранылар. 12 – Алығыҙ ҙа диңгеҙгә ташлағыҙ, шул саҡ диңгеҙ тыныр, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин беләм: был ғәрәсәт өҫтөгөҙгә минең арҡала ябырылды. 13 Әммә диңгеҙселәр ярға табан ишә башланы, тик булдыра алманы: әйләнә-тирәләрендә дауыл көсәйә генә барҙы. 14 Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине. 15 Улар Юнысты алдылар ҙа диңгеҙгә ташланылар – дауыл шунда уҡ баҫылды. 16 Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia