Вәғәзсе 12 - Башкирский ВЗ (неполный)1-2 Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот. 3 Ул көндө өйҙө һаҡлағандар ҡалтырар, көслөләр хәлһеҙләнер, аҙ ҡалған тирмәнселәр тартыуҙан туҡтар, тәҙрәнән ҡарағандарҙың күҙ алдары ҡараңғыланыр, 4 урамға сыға торған ишектәр томаланыр; тирмән тауышы тыныр, ҡоштарҙың һайрауы уятып ебәрер, йырлаусылар ишетелмәҫ. 5 Бейек урындарҙан ҡурҡырһың, юлдағы дәһшәттән хафаланырһың. Баҙам ағасы сәскә атыр; сиңерткәләрҙең кәүҙәһе ауырайыр; каперс ҡыуағы ҡойолоп төшөр. Ул көндө кеше мәңгелек йортона китер һәм һыҡтап оҙатыусылар урамдарҙа өйөрөлөр. 6 Көмөш сылбыр өҙөлгәнсе, Алтын кәсә йәмшәйгәнсе, Инеш янындағы көршәк ярылғансы, Ҡоҙоҡ өҫтөндәге сығыр емерелгәнсе Бар ҡылыусыңды иҫтә тот. 7 Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр. 8 – Буш мәшәҡәт, – тине Вәғәзсе, – буш мәшәҡәт. Бөтәһе лә фани. Йомғаҡлау 9 Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы. 10 Вәғәзсе, тапҡыр һүҙҙәр табып, хәҡиҡәт һүҙҙәрен дөрөҫ итеп яҙып ҡалдырҙы. 11 Аҡыл эйәләренең һүҙҙәре – мал ҡыуа торған осло таяҡ кеүек, Әйтемдәр йыйылмаһы – ныҡ итеп ҡағылған сөй шикелле; Улар бер көтөүсе тарафынан бирелгән. 12 Бынан ғәйре, улым, шунан һаҡлан: китап яҙыусыларҙың иҫәбе юҡ, күп уҡыу тәнде талсыҡтыра. 13 Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы 14 Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia