Сығыу 7 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Раббы Мусаға былай тине: – Ҡара, Мин һине фирғәүен алдына Алла һымаҡ ҡуйҙым, ә ағайың Һарун һинең пәйғәмбәрең булыр. 2 Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн фирғәүенгә еткерер. 3 Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын. 4 Тик фирғәүен ул сағында ла һеҙҙе тыңларға теләмәҫ. Шунан һуң Мин, Үҙ ҡөҙрәтем менән мысырҙар өҫтөнә ҡурҡыныс язалар ебәреп, халҡым Исраилды, ғәскәр шикелле саф-саф теҙеп, Мысыр иленән алып сығырмын. 5 Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер. 6 Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. 7 Фирғәүен менән һөйләшкәндә, Мусаға – һикһән, Һарунға һикһән өс йәш ине. Таяҡтың йыланға әүрелеүе 8 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: 9 – Әгәр ҙә ки фирғәүен һеҙҙән берәй мөғжизә күрһәтеүҙе һораһа, Муса, һин Һарунға әйт: таяғын фирғәүен алдына ергә ташлаһын – таяҡ йыланға әүерелер. 10 Муса менән Һарун, фирғәүенгә килеп, Раббы ҡушҡанса эшләне. Һарун фирғәүендең һәм уның хеҙмәтселәренең алдында таяғын ергә ташлап ебәргәйне – таяҡ йыланға әйләнде. 11 Фирғәүен иһә үҙенең аҡыл эйәләрен, сихырсыларын саҡырҙы. Улар ҙа үҙ тылсымдары менән шуны уҡ эшләне: 12 һәр береһе таяғын ергә ташлауға – улар йыланға әйләнә торҙо. Әммә Һарундың таяғы тегеләрҙең таяҡтарын йотоп бөттө. 13 Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны. Һыуҙың ҡанға әйләнеүе 14 Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта. 15 Иртәгә иртәнсәк, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ. Ҡулыңда теге йыланға әйләнә торған таяғың булһын. 16 Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың. 17 Шуға күрә Раббы былай ти: „Хәҙер һин Минең Раббы икәнемде белерһең“. Нил һыуына ҡулымдағы бынау таяҡ менән һуҡһам, һыу ҡанға әйләнер. 18 Йылғалағы балыҡ үлеп бөтөр, йылға һаҫыр, Мысыр халҡы һыу эсергә ерәнер». 19 Раббы былай тип дауам итте: – Һарунға әйт: «Таяғыңды күтәр ҙә Мысыр һыуҙары – йылғалары, арыҡтары, күлдәре, һәр төрлө һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә һуҙ», – тигән. Уларҙағы һыу ҡанға әйләнер. Бөтөн Мысыр ерендә – хатта ағас һауыттарҙа ла, таш һауыттарҙа ла ҡан булыр. 20 Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәренең күҙ алдында Һарун таяғы менән Нил һыуына һуҡҡайны – йылғалағы бөтә һыу ҡанға әйләнде. 21 Нилдағы балыҡ ҡырылды, йылға шул хәтле һаҫыны, Мысыр халҡы унан һыу эсә алмаҫ булды. Бөтә Мысыр ерендә ҡан ине. 22 Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды. 23 Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне. 24 Мысыр халҡы йылға буйында ҡоҙоҡ ҡаҙа башланы – йылға һыуы эсерлек түгел ине. 25 Раббының йылғаны ҡазалауына ете көн үтеп китте. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia