Сығыу 37 - Башкирский ВЗ (неполный)Килешеү һандығын яһау 1 Бесалил сәрүәр ағасынан һандыҡ яһаны. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым һәм бейеклеге терһәк ярым ҙурлығында ине. 2 Уны эстән дә, тыштан да саф алтын менән көпләне һәм ситенән алтын ҡаймаланы. 3 Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уны һандыҡтың дүрт тояғына беркетте: ике дүңгәләкте – һандыҡтың бер яғынан, икәүһен – икенсе яғынан булды. 4 Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләп, уларҙы алтын менән көпләне. 5 Һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙерҙе. 6 Һандыҡ өсөн саф алтындан буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым ҙурлығында ҡапҡас эшләне. 7 Һандыҡ ҡапҡасының ике осона алтындан сүкеп ике кируб эшләне. 8 Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булып, ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итә ине. 9 Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине. Изге икмәк ҡуя торған өҫтәлдең яһалыуы 10 Ул сәрүәр ағасынан өҫтәл эшләне; буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым ине. 11 Уны саф алтын менән көпләне һәм ситтәрен алтын менән ҡаймаланы. 12 Ситтәренә ус аяһы бейеклегендә эргәлек эшләне һәм уны алтын менән ҡаймаланы. 13 Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы өҫтәлдең дүрт мөйөшөнә аяҡтары тәңгәленә беркетте. 14 Дүңгәләктәрҙе эргәлек янына урынлаштырҙы; өҫтәлде күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, уларға ҡолға кейҙереләсәк ине. 15 Ул өҫтәлде күсереп йөрөтөр өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләне һәм уларҙы алтын менән ҡапланы. 16 Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн һауыт-һаба: саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн кәсәләр һәм ҡомғандар эшләне. Шәмдәлдең яһалыуы 17 Бесалил саф алтындан сүкеп, шәмдәл эшләне. Уның нигеҙен, һабағын, кәсәләрен, бөрөләрен һәм таждарын бер бөтөн итеп тоташтырҙы. 18 Шәмдәлдең бер яғынан – өс, икенсе яғынан – өс, йәмғеһе алты ботаҡ бар ине. 19 Алты ботаҡтың һәр береһендә бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған өсәр кәсә бар ине. 20 Шәмдәлдең һабында бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған дүрт кәсә бар ине. 21 Ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, икенсе ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, өсөнсө ике ботаҡ аҫтында бер бөрө – шәмдәлдең бөтә алты ботағы аҫтында ла шулай ине. 22 Кәсәнең бөрөләре лә, ботаҡтар ҙа – шәмдәл менән бер бөтөн: һәммәһе лә саф алтындан сүкелгәйне. 23 Ул ете майшәм эшләне. Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан ине. 24 Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант саф алтын китте. Хуш еҫ төтәтеү өсөн ҡорбан усағының яһалыуы 25 Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы бер терһәк, киңлеге бер терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине. 26 Ул уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көпләне, ситтәрен алтын менән ҡаймаланы. 27 Ике алтын дүңгәләк эшләне һәм, ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә ҡолға кейҙереп ҡуймалы итеп, уларҙы, ситтәре буйлап, ҡайма аҫтына беркетеп ҡуйҙы. 28 Ул сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләне һәм уларҙы алтын менән көпләне. 29 Ул, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, мәсехләү өсөн изге май һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһы яһаны. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia