Сығыу 27 - Башкирский ВЗ (неполный)Тотош яндырыу ҡорбаны өсөн усаҡ 1 Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын. 2 Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә. 3 Уға көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын. 4 Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһа һәм уның дүрт мөйөшөнә дүрт баҡыр дүңгәләк беркет. 5 Рәшәткәне ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығыт. 6 Ҡорбан усағы өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы баҡыр менән көплә. 7 Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, ошо ҡолғалар дүңгәләктәргә кейҙерелер. 8 Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһа. Ул һиңә тау башында күрһәтелгәнсә эшләнһен. Изге сатырҙың ихатаһы 9 Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон. 10 Шаршауҙар өсөн егерме бағана яһалһын, бағаналарҙың төптәре баҡырҙан, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөштән булһын. 11 Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булһын, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалһын. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән булһын. 12 Ихатаның көнбайыш яғына илле терһәк оҙонлоғондағы шаршауҙар эленһен. Улар өсөн ун бағана менән ун төп эшләт. 13 Көнсығыш яҡтан да ихатаның киңлеге илле терһәк булһын. 14 Ихата ҡапҡаһының бер яғындағы шаршауҙар ун биш терһәк оҙонлоҡта булып, улар өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленһен; 15 икенсе яғында ла шаршауҙарҙың оҙонлоғо ун биш терһәк булып, улар ҙа өс төпкә ҡуйылған өс бағанаға эленһен. 16 Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда сигеү менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк. 17 Ихата әйләнәһендәге бөтә бағаналарҙың да беркеткестәре һәм ырғаҡтары көмөштән, ә бағана аҫтындағы төптәр баҡырҙан булһын. 18 Ихатаның буйы – йөҙ, иңе – илле терһәк, сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙарҙың бейеклеге иһә – биш терһәк, бағана өсөн төптәр баҡырҙан булһын. 19 Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын. Раббы хозурында яныр ут 20 Исраил халҡына әмер ит: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр. 21 Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia