Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 21 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ҡолдар турыһындағы ҡанун

1 Муса, бына һин уларға иғлан итергә тейешле ҡанундар:

2 ғивриҙы ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны йолом түләтмәйенсә иреккә ебәр.

3 Әгәр ҙә ул бер үҙе килһә, бер үҙе китһен; әгәр ҙә инде ҡатыны менән килһә, ҡатыны ла уның менән китһен.

4 Әгәр ҙә ҡол өйләнмәгән булып, хужаһы уны өйләндерһә, ҡатыны бала тапһа, ҡатыны менән балалары хужаныҡы булып иҫәпләнә; ҡол бер үҙе китһен.

5 Әгәр ҙә ҡол: «Хужамды, ҡатынымды һәм балаларымды яратам, иреккә сыҡҡым килмәй», – тиһә,

6 хужа уны Алла хозурына килтерһен, шунда ишек янына йә ишек яңағына терәтеп баҫтырһын да ҡолағын беҙ менән тишһен. Шул саҡта ул хужаһына ғүмерлеккә ҡол булыр.

7 Әгәр ҙә берәү ҡыҙын ҡоллоҡҡа һатһа, ҡыҙҙы иреккә сығарыу шарты ир-ат ҡолдарҙы азат итеү кеүек түгел.

8 Әгәр ул ҡыҙҙың хужаһы уны ҡатын итеп алырға теләп тә, һуңынан күңеле ҡайтһа, ҡыҙҙы йолом түләп алырға теләүсегә ул үҙенең ризалығын бирһен, әмма сит халыҡ кешеһенә һатырға хоҡуғы юҡ, сөнки ул ҡыҙ менән ғәҙел мөғәмәлә итмәгән һанала.

9 Әгәр ҙә ул ҡол ҡыҙҙы улына ҡатынлыҡҡа алған булһа, үҙенең ҡыҙы һымаҡ мөғәмәлә итһен.

10 Әгәр ҙә хужа үҙенә икенсе ҡатын алһа, тәүгеһен ризыҡтан, кейемдән һәм ҡатынлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итмәһен.

11 Әгәр ҙә ире уның өсөн ошо өс нәмәне эшләмәһә, ҡатыны унан йолом аҡсаһы түләмәйенсә иреккә сыға ала.


Үлтереү һәм башҡа етди енәйәттәр тураһында ҡанун

12 Әгәр ҙә берәү икенсе кешене һуғып үлтерһә, ул үҙе лә үлтерелергә тейеш.

13 Ләкин кеше берәйһен яңылышлыҡ менән үлтерһә һәм быға Алла ихтыяр иткән булһа, үлтергән кеше Мин һеҙгә билдәләп ҡуясаҡ урынға ҡасып ҡотола ала.

14 Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.

15 Атаһына һәм әсәһенә ҡул күтәргән һәр кем үлтерелергә тейеш.

16 Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш.

17 Атаһын йәки әсәһен хурлаған һәр кем үлтерелергә тейеш.

18 Әгәр ҙә низағ ваҡытында берәү икенсе берәүҙе таш бәреп йәки йоҙроҡ менән һуғып имгәтһә, тегеһе иҫән ҡалһа, ләкин ятып ауырыһа,

19 аҙаҡтан түшәгенән тороп, таяҡҡа таянып, өйҙән сығып йөрөй башлаһа, һуҡҡан кеше язаға тарттырылырға тейеш түгел. Фәҡәт имгәнгән кешегә эшләй алмаған көндәре өсөн түләһен һәм һауыҡҡанға тиклем уны ҡараһын.

20 Хужа кеше ҡолон йәки ҡолиәһен таяҡ менән туҡмап, тегеләр шул урында уның ҡулынан вафат булһа, үлем өсөн хужаһы яза күрергә тейеш.

21 Әгәр ҙә ҡол йәки ҡолиә шунан һуң бер-ике көн йәшәһә, яза биреү кәрәкмәй: ҡол – хужаның мөлкәте.

22 Ир-ат һуғышҡан ваҡытта ауырлы ҡатынға һуғып, тегеһенең балаһы төшһә, әммә үҙенә башҡа зыян килмәһә, ғәйепле кеше ҡатындың төшкән ауыры өсөн иренең талабы менән хакимдар әйткән күләмдә аҡса түләргә тейеш.

23 Ҡатынға ниндәй зыян килтерелһә, шундай уҡ яуап ҡайтарылырға тейеш: йәнгә – йән,

24 күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ,

25 тән бешкәнгә – тән бешеү, яраға – яра, имгәнеүгә – имгәнеү.

26 Әгәр ҙә хужаһы, ҡолон йәки ҡолиәһен туҡмап, уларҙың күҙен зарарлаһа, күҙе өсөн уларҙы иреккә ебәрһен.

27 Әгәр ҙә ҡолоноң йәки ҡолиәһенең тешен һуғып һындырһа, теше өсөн уларҙы иреккә ебәрһен.


Мал эйәләренең яуаплылығы тураһында

28 Әгәр берәйһенең үгеҙе ир йә ҡатынды һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙе таш бәреп үлтерегеҙ, итен ашамағыҙ. Ә үгеҙҙең хужаһы ғәйепле түгел.

29 Әгәр ҙә үгеҙ элек тә һөҙгәк булып, был хаҡта хужаһы иҫкәртелә килһә, ләкин ул үгеҙен ҡарап йөрөтмәйенсә, тегеһе берәй ир йә ҡатынды үлтерә һөҙһә, үгеҙ таш бәреп үлтерелһен, хужаһы ла үлемгә дусар ителһен.

30 Әгәр ҙә үгеҙ хужаһына түләү һалһалар, күпме һалынған, шул тиклем түләп, ғүмерен һаҡлап ҡала ала.

31 Үгеҙ берәйһенең улын йәки ҡыҙын һөҙөп үлтерһә, ошо уҡ ҡанун ҡулланыла.

32 Әгәр ҙә үгеҙ ҡолдо йәки ҡолиәне һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙең хужаһы ҡолдоң хужаһына утыҙ шекел көмөш түләргә тейеш, ә үгеҙҙе таш бәреп үлтереү фарыз.

33 Әгәр ҙә берәү һыу соҡорон асыҡ ҡалдырһа йәки яңы соҡор ҡаҙып, уны япмай ҡуйһа, унда үгеҙ йәки ишәк төшөп ҡазаланһа,

34 соҡор хужаһы мал хаҡын ҡайтарырға тейеш, ә үләкһәһен үҙенә алһын.

35 Әгәр ҙә бер үгеҙ икенсе үгеҙҙе һөҙөп ҡазалаһа, тере үгеҙҙе һатһындар ҙа хаҡын бүлешһендәр, зыянланған үгеҙҙе лә уртаҡлашып алһындар.

36 Үгеҙҙең электән үк һөҙгәк булыуы мәғлүм булһа, зыянды үгеҙен ҡарамаған хужа ҡаплаһын; үгеҙ өсөн үгеҙен бирһен, ә үләкһәһен үҙенә алһын.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan