Миха 5 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар. 2 Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға Юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә. 3 Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға Һәм исраилдар янына барлыҡ туғандары Әйләнеп ҡайтҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошман ҡулына тапшырыр. 4 Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки Ул заттың даны бөтә донъяға таралыр. 5 Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр. Исраилдың дошмандар өҫтөнән тантанаһы 6 Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимрүд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр. 7 Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр. 8 Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ. 9 Эй Исраил, ҡулың дошмандарыңдың өҫтөнә ҡалҡһын, Һиңә ҡаршы булғандарҙы тар-мар итһен. 10 «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙҙең аттарығыҙҙы юҡ итермен, Һуғыш арбаларыңды ҡырырмын. 11 Илеңдәге ҡалаларҙы тар-мар итеп, Бөтә ҡәлғәләрҙе емерермен. 12 Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн, Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр, 13 Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен, Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың. 14 Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ташлармын, Ҡалаларыңды ер менән тигеҙләрмен. 15 Баш бирмәҫ халыҡтарҙан Асыуланып-ярһып үс алырмын. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia