Миха 4 - Башкирский ВЗ (неполный)Раббы бөтә донъяла тыныслыҡ урынлаштырасаҡ ( Иша 4:1-3 ) 1 Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр. 2 Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер. 3 Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ. 4 Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр; Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине. 5 Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр саҡ һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ. 6 «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Сатанын да йыйырмын, ҡыуылғанын, Үҙем бәләгә ҡалдырғанын, да туплармын. 7 Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндөн башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын. 8 Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр». 9 Әле һуң ниңә һөрән һалаһың? Әллә яныңда һинең батшаң юҡмы? Кәңәшселәрең һәләк булғанмы? Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, Ғазап кисерәһең түгелме? 10 Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың. Бабилға тиклем барып етерһең, Ләкин унда ҡотолорһоң. Дошмандарың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр. 11 Әле иһә бихисап ҡәүемдәр Һиңә ҡаршы теш сарлайҙар: «Әйҙә Сион оятҡа ҡалып нәжесләнһен, Үҙ күҙебеҙ менән күрәйек!» 12 Ләкин улар Раббының ниәтен белмәй, Уның маҡсатын аңламай, Ырҙынға йыйылған көлтә һымаҡ Раббы бит уларҙы һуғырға йыйып килтерҙе. 13 «Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia