Миха 3 - Башкирский ВЗ (неполный)Хакимдарҙың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ғәйебе 1 Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа, тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын? 2 Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ. 3 Һеҙ халҡымдың итен ашайһығыҙ: Тиреһен һыҙыраһығыҙ, Һөйәген ватҡылайһығыҙ, Ҡаҙанда бешеререгә, Табала ҡыҙҙырырға йыйынған һымаҡ Итен тураҡлайһығыҙ. 4 Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер». 5 Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ. 6 Шуға күрә һеҙгә күренмештәрһеҙ төн килер, Ҡараңғыла күрәҙәлек итә алмаҫһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәр өсөн ҡояш батыр, Көнөгөҙҙө ҡараңғылыҡ баҫыр. 7 Юраусылар – оятҡа, Күрәҙәселәр хурлыҡҡа ҡалыр, Минән яуап ала алмағанға күрә Оялыштан йөҙҙәрен ҡапларҙар». 8 Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын. 9 Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп, 10 Сионды – ҡан өҫтөндә, Йәрүсәлимде ғәҙелһеҙлек өҫтөндә төҙөнөгөҙ. 11 Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә. Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!» 12 Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia