Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 6 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа,

3 йә иһә кемдер юғалтҡанды табып та инҡар итһә, йәки ниндәй ҙә булһа гонаһ эшләп, шул турала ялған ант итһә,

4-5 ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йә йәки тапҡанын; алманым тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен.

6 Ғәйебе өсөн Раббыға ҡорбан ҡылһын: ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп, ваҡ малдан билдәле хаҡтағы кәмселеге булмаған, һарыҡ тәкәһе килтерһен.

7 Ҡаһин был кешене Раббы хозурында гонаһынан паклар һәм уның ғәйебе ярлыҡаныр.


Тотош яндырыу ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә

8 Раббы Мусаға былай тине:

9 – Һарунға һәм уның улдарына бойороҡ биреп әйт, бына тотош яндырыу ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Тотош яндырыу ҡорбаны яндырылған урынында, ҡорбан усағында, төнө буйына, иртәнгә тиклем ҡалһын. Усаҡта ут һәр саҡ янып торһон.

10 Ҡаһин етен кейемен, етен ыштанын кейһен. Ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанынан ҡалған көлдө алып усаҡтың эргәһенә өйһөн.

11 Был кейемдәрен сисеп, икенселәрен кейгәндән һуң, көлдө тупламдан тышҡа, таҙа урынға алып сыҡһын.

12 Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, бер ваҡытта ла һүнмәһен. Ҡаһин һәр иртә һайын уға утын өҫтәһен һәм тотош яндырыу ҡорбанын утын өҫтөнә һалһын, татыулыҡ ҡорбандарының майын яндырһын.

13 Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, һүнмәһен.


Икмәк саҙаҡаһы тураһындағы ҡағиҙә

14 Икмәк саҙаҡаһының йолаһы былай: Һарун улдары саҙаҡаны Раббы хозурына, ҡорбан усағы алдына килтерһен.

15 Ҡаһин икмәк саҙаҡаһының оно менән зәйтүн майынан бер ус тултырып, ә ладанды тулыһынса алһын да ҡорбан усағында яндырһын. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ, иҫтәлек өлөшө.

16 Артып ҡалғанын Һарун менән улдары ашар. Уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, сөсө икмәк итеп ашарҙар.

17 Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк ул да изгеләрҙән-изге.

18 Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты ашар уны. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан киләсәк быуындар өсөн мәңгелек өлөш был. Әгәр кем дә булһа был өлөшкә ҡағылһа, мөҡәддәс һаналыр.

19 Раббы Мусаға былай тине:

20 – Һарун ҡаһин булараҡ мәсехләндерелгән көндө Һарун менән улдары икмәк саҙаҡаһы итеп Раббыға иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн – яртыһын иртәнсәк, яртыһын кискеһен – алып килһен. Ул даими бер саҙаҡа булыр.

21 Ул зәйтүн майында яҡшылап баҫылһын һәм йәйләүҙә бешерелһен. Уны икмәк саҙаҡаһы булараҡ һыныҡтарға бүлеп килтер. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ.

22 Уны Һарун нәҫеленән булған мәсехләнгән баш ҡаһин вазифаһына бағышланған ҡаһин әҙерләһен; уны Раббыға мәңгелек өлөш булараҡ тотош яндырһын.

23 Ҡаһин килтергән һәр икмәк саҙаҡаһы тулыһынса яндырылһын, уны ашарға ярамай.


Гонаһ ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә

24 Раббы Мусаға былай тине:

25 – Һарунға һәм уның улдарына әйт: бына гонаһ ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Гонаһ ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбаны боғаҙланған урында, Раббы хозурында салынырға тейеш. Ул – изгеләрҙән-изге.

26 Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар.

27 Ҡорбандың итенә ҡағылған һәр кем һәм һәр нәмә изге һаналыр. Әгәр ҙә ҡаны кейемгә сәсрәһә, уны изге урында йыуырға кәрәк.

28 Ите бешерелгән балсыҡ һауыт ватылырға тейеш. Әгәр ҙә баҡыр һауытта әҙерләнһә, һауытты яҡшылап таҙартырға һәм һыу менән йыуырға кәрәк.

29 Ҡаһин нәҫеленән булған һәр ир заты был итте ашай ала. Ул – изгеләрҙән-изге.

30 Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan