Левиҙәр 3 - Башкирский ВЗ (неполный)Татыулыҡ ҡорбаны 1 Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен. 2 Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны Осрашыу сатыры ауыҙында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар – малдың ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 3-4 Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанлығының эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 5 Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. 6 Әгәр ҙә берәйһе татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал килтерһә, ул кәмселекһеҙ тәкә йәки орғасы мал булһын. 7 Әгәр һарыҡ ҡорбан итһә, уны Раббы хозурына алып килһен. 8 Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 9-10 Ҡорбан килтереүсе, Раббыға ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанының арҡа һөйәгенә ҡәҙәр һылып алынған ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 11 Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был, ризыҡ булараҡ, – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны. 12 Әгәр ҡорбаны кәзә малынан икән, уны Раббы ҡаршыһына алып килһен, 13 ҡулын уның башына ҡуйһын, шунан Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 14-15 Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, малдың эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 16 Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы. 17 Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia