Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 2 - Башкирский ВЗ (неполный)


Икмәк саҙаҡаһы

1 Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм

2 Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

3 Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә ул изгеләрҙән-изге.

4 Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын.

5 Әгәр саҙаҡаң йәйләүҙә бешерелгән икмәк булһа, уны зәйтүн майына баҫылған яҡшы ондан сөсө икмәк итеп бешер.

6 Уны һыныҡтарға бүлеп, өҫтөнә зәйтүн майы ҡой. Был – икмәк саҙаҡаһы.

7 Әгәр саҙаҡаң көршәктә бешерелгән икән, ул зәйтүн майына баҫылған иң яҡшы ондан булһын.

8 Ошолай әҙерләнгән икмәк саҙаҡаһын Раббыға бирер өсөн ҡаһинға алып кил. Ҡаһин уны ҡорбан усағына килтерер.

9 Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

10 Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә ул изгеләрҙән-изге.

11 Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел.

12 Уларҙы Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны итеп килтерә алаһығыҙ, әммә хуш еҫ сығарыр өсөн усаҡҡа һалмағыҙ.

13 Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма.

14 Әгәр ҙә Раббыға тәүге уңыштан икмәк саҙаҡаһы килтерәһең икән, ул беренсе башаҡтарҙан булһын. Уларҙы утта ҡыҙҙырып, төйөп алып кил.

15 Өҫтөнә зәйтүн майы ҡой, хуш еҫле ладан һал. Был – икмәк саҙаҡаһы.

16 Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan