Левиҙәр 12 - Башкирский ВЗ (неполный)Бала тапҡан ҡатындың пакланыуы 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраил халҡына иғлан ит: әгәр бер ҡатын ауырға ҡалып, ир бала тапһа, ете көн буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. 3 Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын. 4 Ҡатын ҡан ағыуҙан таҙарынғансы утыҙ өс көн көтһөн, пакланыу көндәре тулғанға тиклем бер ниндәй изге әйбергә лә ҡағылмаһын, Изге сатырға бармаһын. 5 Әгәр ҙә ҡатын ҡыҙ бала тапһа, ике аҙна буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. Ҡан ағыуҙан таҙарыныу өсөн алтмыш алты көн көтһөн. 6 Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен. 7 Ҡаһин был ҡорбандарҙы Раббы ҡаршыһында ғәмәл ҡылһын һәм ҡатынды паклаһын; ҡатын ҡаны ағыуҙан таҙарыныр. Был – ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатындар өсөн ҡағиҙә. 8 Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia