Иҫәп алыу 1 - Башкирский ВЗ (неполный)Исраилдарҙы иҫәпкә алыу 1 Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине: 2-3 – Һарун менән икегеҙ тотош Исраил йәмғиәтен нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса һанап сығығыҙ. Йәше егерменән уҙған һуғышҡа яраҡлы бөтә ир затын, төркөмдәргә бүлеп, берәм-берәм исемләп иҫәпкә алығыҙ. 4 Һәр ырыуҙан нәҫел башлығы булған берәр кешене ярҙамға алығыҙ. 5 Бына һеҙгә ярҙам итәһе кешеләрҙең исемдәре: Рәүвәндән – Шедеур улы Әлисур; 6 Шимғондан – Суришаддай улы Шелумиил; 7 Йәһүҙәнән – Ғамминадав улы Нахшон; 8 Исасхарҙан – Суғар улы Неҫанил; 9 Зевулундан – Хелон улы Әлиав; 10 Йософ нәҫеленән: Әфраим ырыуынан – Ғаммиһуд улы Әлишамағ; Менашше ырыуынан – Педаһсур улы Гамлиил; 11 Бинйәминдән – Ғидғони улы Авидан; 12 Дандан – Ғаммишаддай улы Ахиғәзер; 13 Ашерҙан – Ғохран улы Пағиил; 14 Ғадтан – Деғуил улы Әлъясаф; 15 Нафталиҙан – Ғенан улы Ахирағ. 16 Былар – йәмғиәттең атаҡлы ирҙәре, ырыу башлыҡтары, Исраилдың хәрби төркөмдәре етәкселәре. 17 Муса менән Һарун исемләп аталған был кешеләрҙе алып 18-19 икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды. 20-21 Исраилдың баш балаһы Рәүвән ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ алты мең биш йөҙ булды. 22-23 Шимғон ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле туғыҙ мең өс йөҙ булды. 24-25 Ғад ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ биш мең алты йөҙ илле булды. 26-27 Йәһүҙә ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, етмеш дүрт мең алты йөҙ булды. 28-29 Исасхар ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле дүрт мең дүрт йөҙ булды. 30-31 Зевулун ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле ете мең дүрт йөҙ булды. 32-33 Йософ улы Әфраим ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ мең биш йөҙ булды. 34-35 Менашше ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, утыҙ ике мең ике йөҙ булды. 36-37 Бинйәмин ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, утыҙ биш мең дүрт йөҙ булды. 38-39 Дан ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, алтмыш ике мең ете йөҙ булды. 40-41 Ашер ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ бер мең биш йөҙ булды. 42-43 Нафтали ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле өс мең дүрт йөҙ булды. 44 Муса, Һарун һәм Исраилдың ун ике башлығы – һәр ырыуҙан бер вәкил – исемлеккә теркәгән ирҙәрҙең һаны шулай булды. 45 Йорт-ғаиләләре буйынса иҫәпкә алынған, йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрнең һаны 46 алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле булды. 47 Әммә улар араһында ата-бабаларының ырыуы буйынса левиҙәр, уларҙың ғаиләләре иҫәпкә алынманы, 48 сөнки Раббы Мусаға былай тигәйне: 49 – Леви ырыуын һанама, уларҙы исраилдар менән бер иҫәпкә индермә. 50 Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон. 51 Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен. 52 Исраилдар үҙ сатырҙарын һәр ҡайһыһы үҙ төркөмөндә, үҙ байрағы аҫтында ҡорһон. 53 Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын. 54 Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, исраилдар тап шулай эшләне. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia